Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ғинуар 2024, 10:45

Автомобилде һатып алғандан һуң ун көн ваҡытығыҙ бар

Был салондан алынған яңы автомобилдәргә лә, ҡулдан һатып алынғандарына ла ҡағыла. Шуныһы мөһим: ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыласаҡ автомобилдә килергә кәрәк. Тикшергәндән һуң һеҙгә СТС һәм яңы номер биреләсәк...

Автомобилде һатып алғандан һуң ун көн ваҡытығыҙ барАвтомобилде һатып алғандан һуң ун көн ваҡытығыҙ бар
Автомобилде һатып алғандан һуң ун көн ваҡытығыҙ бар

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында транспортты теркәү тураһында ғариза биреү өсөн автомобиль һатып алғандан һуң 10 көн ваҡытығыҙ бар. Был салондан алынған яңы автомобилдәргә лә, ҡулдан һатып алынғандарына ла ҡағыла.

 Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:
- паспорт;
- милек хоҡуғын раҫлаған документ (мәҫәлән, һатып алыу-һатыу йәки бүләк итеү килешеүе);
- ғариза;
- транспорт сараһы паспорты (ПТС);
- ОСАГО полисы;
- автомобиль 4 йылдан элегерәк сығарылған булһа, уның ғәмәлдәге диагностик картаһы. Картаны аккредитацияланған техник тикшереү пунктында алырға мөмкин (vk.cc/ctjfyX);
- машинаны ҡулдан алһағыҙ, транспортты теркәү тураһындағы таныҡлыҡ;
- дәүләт пошлинаһы, шул иҫәптән дәүләт номеры, теркәү тураһындағы таныҡлыҡ, ПТС биргән өсөн дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция.

 Ҡайҙа ғариза бирергә:
- ЮХХДИ-ның теләһә ниндәй бүлексәһендә. Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙылырға мөмкин;
- Күп функциялы үҙәктә;
- машинаны автосалонда алһағыҙ, уны урында теркәүҙәре мөмкин. Салон махсус реестрҙа булырға тейеш http://стат.гибдд.рф/orgs/org

Шуныһы мөһим: ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыласаҡ автомобилдә килергә кәрәк. Тикшергәндән һуң һеҙгә СТС һәм яңы номер биреләсәк.

Автор:
Читайте нас