Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ғинуар 2024, 05:10

Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы беҙгә өҫтәмә көс бирә

Баймаҡтан булыуым менән бәхетлемен. Сөнки яҡташтарымдың ярҙамын тоям. Һәр ярҙамда иҫ киткес хәстәрлек, йылылыҡ тойола. Рәхмәт һеҙгә, баймаҡтарым!-ти беҙҙең батыр яугирҙәр...

Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы беҙгә өҫтәмә көс бирәЯҡташтарыбыҙҙың ярҙамы беҙгә өҫтәмә көс бирә
Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы беҙгә өҫтәмә көс бирә

Баймаҡтар махсус хәрби операцияла булған яугирҙәребеҙҙе бер мәлгә лә хәтеренән сығармай. Егеттәребеҙ үҙҙәре лә тыуған еренән алған ярҙам өсөн рәхмәттәрен әйтә. Әле бына улар: "Ғүмәр ауылынан килгән маскировка сеткалары беҙҙең техниканы йәшерергә ярҙам итә",-тип бик матур видео төшөрөп ебәргән. 

Ғүмәрҙәрҙең маскировка сеткаһын үреүҙән туҡтағаны юҡ. Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева стандартҡа ярашлы, сеткаларҙы үреү серҙәрен өйрәткәндән һуң, Ярат ауыл биләмәһе ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары ошо изге эштән бер ҙә туҡтағаны юҡ. Был мөһим эшкә башҡа ауылдар ҙа күптән ихлас ҡушылды.

Бынан тыш Баймаҡ волонтерҙары тигән төркөм булдырылған. Унда беҙҙең райондың ғына түгел, ә хәҙер сит тарафта йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа (Гөлназ, Мәүлидә, Мөршидә ханымдар һ.б.) әүҙем эш алып бара. Яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәрҙе хәстәрләй. Матур итеп аралашыу, яугирҙәрбеҙгә изге теләктәр еткереү урыны ла ул был чат. Афарин!

- Баймаҡтан булыуым менән бәхетлемен. Сөнки яҡташтарымдың ярҙамын тоям. Һәр ярҙамда иҫ киткес хәстәрлек, йылылыҡ тойола. Рәхмәт һеҙгә, баймаҡтарым!

Ә был инде махсус хәрби операциялағы яугиребеҙҙең ял ваҡытындағы яҙған смс хәбәренән. Улар менән хәбәрләшеп торам. Ял ваҡыттарында ҡайтҡандарында ла осрашып, һөйләшеп алабыҙ. Сөнки яугирҙәребеҙҙең һаулығы, ғүмере, күңел торошо бик тә мөһим беҙҙең өсөн. Имн-һау йөрөгөҙ, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ, ҡәҙерле яугирҙәребеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас