Күсей ауылы ҡыҙы Элиза Ишберҙина Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан. Ауыл халҡының сәләмәтлегенә оҙаҡ йылдар Зөһрә Баймөхәмәтова хеҙмәт иткән. Ул хаҡлы ялға киткәс, бер аҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты буш тора.
—Эшем еңел түгел, әммә кешеләргә, бигерәк тә ауылдаштарыма кәрәкле булыуым ғорурландыра. Һинең күҙеңә оло ышаныс менән баҡҡан сирленең ҡарағандан һуң йөҙҙәренә нур йүгереүен, бер аҙ тынысланып, шәбәйеп китеүен күреү һәм тойоуҙан да бәхетлерәк мәл юҡтыр,–ти Элиза Дәүләт ҡыҙы. — Ауылдағы һәр кемдең тормошо тураһында хәбәрҙармын, уларҙың һәр береһен яҡындан беләм. Шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдарын һайларға тип баш ватырға тура килмәй. Иң мөһиме —сирлегә тәүге ярҙамды ваҡытында дөрөҫ күрһәтеү, –ти Элиза Дәүләт ҡыҙы.
Әйткәндәй, Элиза Ишберҙина йәш белгестәр өсөн “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһы сиктәрендә эш башлаған.