Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ғинуар 2024, 12:41

“Кесе Ватан – Рәсәй Көсө”

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй муниципаль форум үтте

“Кесе Ватан – Рәсәй Көсө”“Кесе Ватан – Рәсәй Көсө”
“Кесе Ватан – Рәсәй Көсө”

15-16 ғинуарҙа Мәскәүҙә “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” тип аталған Бөтә Рәсәй муниципаль форум үтте. Беренсе тапҡыр ошондай кимәлдә ойошторолған сарала барлығы 7,5 мең делегат ҡатнашты. Улар араһында эре ҡалаларҙың мэрҙарынан алып ауыл биләмәһе башлыҡтарына тиклем вәкилдәр бар ине. Форумды ойоштороусы булып Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы сығыш яһаны һәм тәҡдим Рәсәй Прези- денты Владимир Путин тарафынан хуплау тапты. Сараның эшлекле өлөшө 15 ғинуарҙа ВДНХ-ла “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә үтте. Программа үҙ эсенә 3 панель дискуссия- һын, 32 “түңәрәк өҫтәл”, 25 лекцияны алды. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй урындағы үҙида- раны үҫтереү ассоциацияһы проекттары тәҡдим ителде, муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн берҙәм портал күрһәтелде, төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреү бу- йынса волонтерҙар йыйыуға старт бирелде. Шул уҡ ваҡытта “Иң яҡшы муниципаль практи- ка-2023” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. “Халҡыңа, үҙеңдең кесе Ватаныңа, илеңә хеҙмәт итеү” – форумдың төп темаһы ошо булды. Сарала РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынба- ҫары Сергей Кириенко, дәүләт башлығы ярҙамсыһы Игорь Левитин, РФ хеҙмәт һәм ха- лыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков һәм башҡалар сығыш яһаны. Форумда ҡатнашыусылар- ға Рәсәй Федерацияһы Пре- зиденты Владимир Путин мө- рәжәғәт итте. Үҙенең сығышын- да дәүләт башлығы кесе Ва- танға һөйөү тәрбиәләү, илде нығытыу, халыҡтың йәшәү шарт- тарын яҡшыртыу, урындағы үҙидараның бөгөнгө шарттар- ҙағы роле тураһында һөйләне. Президент “Рәсәй Федерация- һының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырылыуы хаҡындағы Указға ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Беҙҙең райондан был аб- руйлы форумда Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Бай- рамғолова, Ниғәмәт ауыл би- ләмәһе башлығы Амур Әми- нев, Ярат ауыл биләмәһе баш- лығы Альбина Байымова, Ме- рәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев, Татлыбай ауыл биләмәһе башлығы Рус- лан Иҙрисов, Түбә ауыл билә- мәһе башлығы Әлфирә Хәли- това, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Юнысбаев ҡатнашты һәм бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Амур Әминев: – Рәсәй кимәлендә тәүге тапҡыр ошондай ҙур форум ойошторолоуы һәм унда йәм- ғиәтте борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеүе, төрлө кимәлдәге тәжрибә майҙан- сыҡтары эшләүе ҙур иғтибарға лайыҡ һәм ул һәр кемдең кү- ңелендә иң яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Дәүләт эшмәкәрҙә- ренең, төрлө эксперттарҙың сығыш яһауын, айырыуса Вла- димир Путиндың муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләүен сарала ҡатнашыусылар бик йылы ҡабул итте. Был форум ысын мәғәнәһендә беҙҙең ил етәксеһенең абруйы ҙур булы- уын, уның дәүләтебеҙҙе нығы- тыу, халыҡ көнкүрешен яҡшыр- тыу буйынса маҡсатлы эш алып барыуын тағы бер ҡат иҫбат- ланы. Әйткәндәй, беҙгә иле- беҙҙең төрлө төбәктәренән килгән коллегалар менән осра- шырға, шул иҫәптән Ҡырым делегацияһы менән күрешергә насип булды. Күп ауырлыҡтар- ҙы кисергән ҡырымдар Прези- дентҡа, Рәсәйгә бик тә рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе. Айгөл Байрамғолова: – Форумдың шундай ғәжә- йеп шәп форматта үтеүе, унда 7500 муниципаль хеҙмәткәр- ҙең ҡатнашыуы ил тарихында тәүге тапҡыр теркәлде. Беҙгә төрлө проекттарҙа ҡатнашыр- ға тура килде. Мәҫәлән, “Му- ниципаль остаз” проектында муниципаль хеҙмәт система- һында остазлыҡ технологияла- рын ҡулланыу, кадрҙар әҙер- ләү, йәштәргә тәжрибә һәм белем биреү кеүек мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Тап ошо тәңгәлдә уңышлы эшләгән муниципаль берәмек етәксе- ләре үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Шул уҡ ваҡытта “Рәсәй төбәктәре” павильонында ил төбәктәренең ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкинлек булды. Беҙ Сыуашстандағы туй, “Ангара-5” яңы ракета макеты һәм башҡаларҙы күр- ҙек. Икенсе көнө иһә “Халыҡҡа хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй кон- курсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында ҡатнаштыҡ. Әлфирә Хәлитова: – “Һеҙ тарихи ваҡиғаның шаһиты булдығыҙ, сөнки ул тәүге тапҡыр үткәрелә”, – тигәйне форумда сығыш яһап РФ Президенты Владимир Путин. Ысынлап та, тап беҙгә ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыу хоҡуғы тәтене һәм мин бының өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа һәм район Советы белгесе Нурия Сирбаеваға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шуныһы айырыуса үҙен- сәлекле, был форумда Рәсәй- ҙең яңы төбәктәре – Ҡырым, Донецк, Луганск, Херсон һәм Запорожьенан да вәкилдәр ҡатнашты. “Муниципаль ос- таз” проектында фекер алы- шыуҙар, экскурсия, Ҡыҙыл майҙанға сәйәхәт, “Халыҡҡа хеҙмәт итеү” конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһында ҡатнашыу – барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Альбина Байымова: – Рәсәй кимәлендә тәүге тапҡыр үткәрелгән мәртә- бәле форумда ҡатнашыуым өсөн бик шатмын һәм бының өсөн район хакимиәте баш- лығы Фәнис Әминевҡа, район Советы белгесе Нурия Сирба- еваға ҙур рәхмәтемде бел- дерәм. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Пре- зиденты Владимир Путиндың сығышы был форумдың иң тулҡынландырғыс өлөшө бул- ғандыр. Ил башлығы дәүләт һәм йәмғиәттәге иң мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп кенә ҡалманы, ә һәр кеше уйла- нырлыҡ фекерҙәр ҙә әйтте. Шул уҡ ваҡытта ВДНХ-ла Рә- сәй төбәктәренең күргәҙмә- һен ҡарау, данлыҡлы сәхнә оҫталарын күреү ҙур тәьҫо- раттар ҡалдырҙы. Башҡор- тостан Республикаһы әҙерлә- гән күргәҙмә иң яҡшыһы тип табылырына шик юҡ ине һәм шулай булды ла. Төрлө төбәктәрҙең ауыл биләмәһе башлыҡтары менән аралашыу, фекер алышыу бик тә фәһемле булды. Бындай форумдарҙың әһәмиәте бик ҙур һәм улар артабан да үтеп торһон.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас