"Яңғыраны ҡурай моңдары"
Хәйбулла районында Оло Әбеш ауылында данлыҡлы ҡурайсы, ошо ауылда ғүмҽр кисергән Дәүләтҡәлҽ Хәсәнов исҽмҽндәгҽ төбәк-ара ҡурайсылар бәйгҽһҽ үтте. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡурайсылары ҡатнашты. Данлыҡлы ҡурайсының Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ейәндәре, тыуарҙары сараның хөрмәтле ҡунағы булды.
Конкурста 9 ансамбль һәм 35 ҡурайсы соло номинацияһында ҡатнашты.
Баймаҡ ҡалаһынан Ғ. Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең балалар ҡурайсылар ансамбле беренсе урын алды. Етәксеһе - Камил Фәйзуллин.
Солистар араһында 1-се мәктәп уҡыусыһы Кирәймәргән Үҙәнбаев билдәләнде.
Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле - беренсе урын. Етәксеһе - Илнур Аслаев.
Солистар араһында Илнур Аслаев - беренсе, Риф Ҡәйепҡолов ( Иҫке Сибай) өсөнсө урын яуланы.
Афарин, хөрмәтле ҡурайсыларыбыҙ! Киләсәктә һеҙгә тағы юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ!