Республикала мышыға һәм Себер ҡоралайына һәүәҫкәр һәм спорт һунары тамамланды. Мышыға һунар итеү миҙгеле – 15 сентябрҙә, ҡоралайға 1 октябрҙә башланды.
- Ағымдағы һунар миҙгелендә республиканың һунарсылыҡ биләмәләрендә 2682 мышы һәм 2474 Себер ҡоралайын ауларға рөхсәт ителде. Ғәҙәттә, уртаса алғанда табыш лимитын үҙләштереү - мышы буйынса 70 процент һәм себер ҡоралайы буйынса 52 процент тәшкил итә.
Һунарсылар ауланған тояҡлы хайуандар буйынса мәғлүмәтте бөгөнгө көнгә, йәғни 20 ғинуарға тиклем рөхсәт алыу урынына тапшырырға тейеш. Мәғлүмәттәрҙе шәхсән үҙегеҙ тапшырырға йәки почта аша заказлы хат итеп ебәрергә мөмкин. Мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тапшырмаған өсөн киләһе миҙгелгә рөхсәт биреүҙән баш тартыу ҡаралған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Республикала ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һәм ҡабанға һәүәҫкәр һәм спорт һунары дауам итә.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡырағай йәнлектәрҙе рөхсәтһеҙ, шулай уҡ рөхсәт ителмәгән һунар ваҡытынан тыш аулаған өсөн енәйәти яуаплылығы ҡаралған. Бының өсөн 500 мең һумға тиклем штраф, ике йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү, зыянды ҡаплау (инә мышы өсөн – 400 мең һум, ата мышыға - 240 мең һум), ҡоралды тартып алыу янай.
Һунар ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тәбиғәтте һаҡлау, тереклеккә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу маҡсаттарын ҡуя. Был үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла күҙ уңында тота.