Һаҙый Хәбибулла улы Мусин Таулыҡай, Ғәлимә Фатих ҡыҙы Солтангилдина Сыңғыҙ ауылында донъяға килә.
Икеһе лә 1909 йылғы. Мусиндар ике ҙур йорт, мал һарайҙары, дүрт ат, ике һыйыр тотоп, заманына күрә хәлле йәшәгән кешеләр була. Быларҙың барыһы ла уларҙың тырыш һәм хәләл хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
13 йәшлек Ғәлимәне ошо уҡ йәштәге Һаҙыйға димләп бирәләр. Сөнки Һаҙыйҙың атаһы мәрхүм була, әсәһе ауырый, ә донъяны ҡарарға кәрәк. Был йәштә улар әле бала ғына була. Шуға күрә берсә Һаҙый, берсә Ғәлимә урамда балалар менән онотолоп уйнап алып китә.
Һаҙый Мусин – Таулыҡайҙа тәүге комсомол йошмаһын төҙөүселәрҙең береһе.1924-1930 йылдарҙа колхоз-совхоз төҙөлә башлағас, ул беренселәрҙән булып колхозға инә. Үҙенең ике һыйырын, ике атын колхозға тапшыра. 1930 йылда Өфөлә курстарҙа уҡый, ошонан һуң ҡайтып келәт мөдире итеп тәғәйенләнә. Тик ай ярымдан кемдеңдер ялыуы буйынса ҡулға алына. Был ваҡытта уларҙың Ҡаһарман исемле улдары тыуған була. Ғәлимә ирен Баймаҡҡа юллап бара. Ошо мәлдә Баймаҡ районынан йөҙләгән кеше ат һарайына бикләнгән була. Тик Һаҙый Мусинды Орск яғына оҙатып өлгөргәндәрен белә. Ғәлимә ауылына ҡайта, тик йорттарына арест һалынғанын белә. Уның үҙен дә ҡулға алалар.
Икенсе балаһы менән ауырлы булған йәш ҡатынды өйөнә индермәйҙәр. Күршеләре уны йәлләп тултырып ҡуйған сумаҙанды ла бирмәйҙәр. Был ғына түгел, Ғәлимәнең ҡолағынан көмөш алҡаларын өҙөп алалар, башҡа биҙәүестәрен дә систерәләр. “Атайым һәм әсәйем менән бергә Әғзәм Мусин, Исхаҡовтар, Әғләм Тулыбаев, Мәлифә Ҡоланбаеваны Богачевкаға алып китеп, тағы тентеү яһайҙар. Артабан уларҙы Сара станцияһында тауар вагондарына шыплап тултырып, конвой аҫтында себер яҡтарына һөрәләр. Һыуһыҙ, икмәкһеҙ барған кешеләр үлә башлай. Уларҙы конвой вагондарҙан ырғытып бара”, – тип яҡындарының һөйләгәнен хәтерләй ҡыҙҙары Ғәлиә Бондаренко.
Мусиндар Черемховоға эшкә тәғәйенләнә. Бында Ғәлимәнең әсәһе яғынан апаһы Мәкмүнә Мерәҫова ла була. Уның иптәше барак төҙөгәндә һәләк була, ҡатын өс бала менән ҡала. Ул Мусиндарҙың йәш ғаиләһенә терәктаяныс була. Ғөмүмән, унда төрлө милләт кешеләре бер ғаилә булып йәшәй, бер-береһенә ярҙам итә. Ауыр шарттарҙа йәшәү үҙенекен итә. Мусиндарҙың бер нисә балаһы вафат булып, өсәүһен генә һаҡлап ҡала алалар.
Шахтала эшләү Һаҙый Хәбибулла улының һаулығын да ныҡ ҡаҡшата. Әҙәм балаһы сыҙай алмаҫлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы кисереп, юғалтыуҙар аша Мусиндар 1947 йылда ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Балалар үҫтереп, эшһөйәр, уңған ғаилә матур итеп йәшәп китә.
Ғәлимә Фатих ҡыҙы халыҡтың яратҡан абыстайына әүерелә. Сәсән телле инәйҙе венгр телевидениеһы ла төшөрөп китә. Уның шиғырҙары төрлө баҫмаларҙа донъя күрә. Кемдеңдер көнсөллөгө, ялыуҙары арҡаһында тыуған еренән айырылған, ғәзиз балаларын, яҡындарын юғалтҡан, әммә көслө рухлы һәм матур күңелле яҡташтарыбыҙ тарихыбыҙҙа мәңге һаҡланыр.
Гүзәл Салихова.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Ғәлимә Мусинаның шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Ирәндектең сал бөркөтө
Ташҡа менеп ҡанат ҡағына.
Донъя етешмәй тип ҡайғырмағыҙ
Баш һау булһа, малы табыла.
Һандуғастар һайрай һаҙлыҡта,
Һаҙлыҡта ла түгел, таллыҡта.
Был донъяның рәхәте –
Байлыҡта ла түгел, һаулыҡта.
Өйрөлөп-өйрөлөп ҡар яуа,
Бойоҡмаймы икән болан балаһы?
Бер-ике лә нужна күрмәйенсә,
Ир булмай ҙа ата балаһы.
Ҡыҙыл вагондарға ултырып
Барып төштөк бит беҙ далаға.
Беҙҙең күргән нужнаны,
Бирмәһендәр бүтән балаға.
Себерҙәргә барып бөтөрҙөк беҙ
Черемхауҙың таш күмерен.
Сәскә атҡан ваҡытта йәшлегебеҙ,
Үтте беҙҙең шунда ғүмеребеҙ.