Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Ғинуар 2024, 10:00

Әсәлек капиталы өҫтәлә

Ғаилә йылында илебеҙ ғаиләләре беренсе балаға – 630,4 мең, икенсеһенә 833 мең һум күләмендә әсәлек капиталы алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә. Индексацияны 2024 йылдың 1 февраленән башҡарыу планлаштырыла...

Ғаилә йылында әсәлек капиталының күләме арта

Ғаилә йылында илебеҙ ғаиләләре беренсе балаға – 630,4 мең, икенсеһенә 833 мең һум күләмендә әсәлек капиталы алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә. Индексацияны 2024 йылдың 1 февраленән башҡарыу планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе бала өсөн аҡса алған ата-әсәләргә икенсе балаһы тыуғанда 202,6 мең һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған.

2023 йылда әсәлек капиталы аҡсаһын күберәк торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғандар. Илдә 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланған.

Икенсе популяр йүнәлеш – әсәлек капиталынан өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләү.

Өсөнсөһө – белем алыу. 2023 йылда 376 мең ата-әсә әсәлек капиталы аҡсаһын ошо маҡсат өсөн тотонған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас