Новости
17 Ғинуар 2024, 08:50

Беҙҙең биләмә башлыҡтары - Мәскәүҙә

Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев үҙ битләүегендә яҙҙы

Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» форумында ете ауыл биләмәһе башлығы ҡатнаша. Был форум Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса тәүге тапҡыр үткәрелә. Бөтә илдән муниципалитет башлыҡтарын берләштергән сараның программаһы бик бай: түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар, стратегик сессиялар ойошторола. Улар бәләкәй ватанды үҫтереү, идара итеү системаһын камиллаштырыу, милләт-ара берҙәмлекте нығытыу, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, йолаларҙы һаҡлауға һәм Ғаилә йылына арналған. Бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр бар. Районыбыҙҙы үҫтереү буйынса яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик файҙалы форум тип иҫәпләйем.

Автор:
Читайте нас