Батыр, сая, үтә рухлы яугиребеҙ - ата йортонда. Ялға ҡайтҡан. Әсәһе йүгереп йөрөп әҙерләгән тәмле һый-ниғмәтле өҫтәл артында батырҙың йырҙары яңғырай.
Әрмелә яҡшы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Рәхмәт белдерелеп, моңға бай йөрәкле егет хәрби тормошто һайлап, контракт төҙөгән. Бер нисә йыл инде ул йәнен аямай Ватанын һаҡлай. Уның үткән данлы яу юлдары үҙе китап булырлыҡ.
Яугир тәрән аҡылы, рухлы булыуы менән айырыла. Һуғышты һөйләргә яратмай. Ә бына ҡурайҙа һыҙҙырһынмы, гитарала ҡылдарын сиртһенме, моңло тауышы менән арбай. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап наградаларға лайыҡ булды ул. Унан алдағы яуҙарҙың наградалары ла бар.
Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, батыр яугир! Ошондай шәп ул үҫтергән атайың һәм әсәйеңә рәхмәт! Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайт!