Новости
12 Ғинуар 2024, 10:32

Дипломға лайыҡ булды

"Һаҡмар" гәзите журналисы Лилиә Такаева республика конкурсында махсус номинацияла еңеп сыҡты

Дипломға лайыҡ булдыДипломға лайыҡ булды
Дипломға лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә "Башинформ" агентлығында Рәсәй матбуғаты көнө уңайы менән тантаналы сара ойошторолдо. Журналистарҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тәбрикләне.

Тантанала матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары араһында иғлан ителгән республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. "Наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау" республика конкурсында "Һаҡмар" гәзите журналисы Такаева Лилиә Разгил ҡыҙы махсус номинацияла еңеп сыҡты һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Дипломы менән бүләкләнде.

Лилиә Разгил ҡыҙын сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас