+24 °С
Ямғыр
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика ҡаҙнаһынан Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә. Һайлап алыу 2024 йылдың 1 февраленә тиклем бара.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәтенең һәр береһенә 500 мең һумлыҡ грант бирелә.
Һайлап алыу тураһында мәғлүмәт, талаптар, ғариза формаһы — Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтында.
Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн документтар менән заявканы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға кәрәк. Адресы: Пушкин урамы, 106, 321-се бүлмә.