Үҙ заманында уның хаҡында танылған педагог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Азамат Тажетдинов оҙаҡ йылдар эҙләнеү эштәре алып барып, “Башҡортостан” республика гәзитендә “Рәмиевтар тураһында беҙ нимә беләбеҙ?” тигән мәҡәләләр циклы баҫтырып сығара. Район, республика һәм ил кимәлендә билдәле булған ғаилә тураһында Азамат Әғзәм улы бик төплө итеп яҙып сыға.
Уның улы, дәүләт эшмәкәре Илшат Тажетдинов та республика матбуғатында Рәмиевтарға арналған мәҡәләләр менән сығыш яһай. Алтын сәнәғәтселәре, меценаттар, йәмәғәт һәм фәнни эшмәкәрҙәр булып танылған Рәмиевтарҙың исеме XIX-XX быуаттарҙа Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙә лә киң билдәле була. Улар иң беренсе сиратта алтын приискылары хужалары булып таныла. 1870 йылдың 30 ғинуарында Хәнифә Әлмөхәмәт ҡыҙы Рәмиева Ырымбур губернияһы Орск өйәҙенең Бөрйән волосының аҫаба башҡорттары менән алтын сығарыу буйынса контракт төҙөй. 80-се йылдарҙа был алтын приискылары менән уның тормош иптәше Мөхәмәтсадиҡ Әбделкәрим улы идара итә. 1890-1900 йылдарҙа ғаилә эшен уларҙың улдары Мөхәмәтзакир һәм Мөхәмәтшакир Рәмиевтар дауам итә. Бер үк ваҡытта ағалы-ҡустылы Рәмиевтар киң мәҙәни-ағартыу эше алып бара: берлектә “Ваҡыт” гәзите, “Шура” журналы сығара башлайҙар, Ырымбурҙа типография асалар. Мөхәмәтзакир шағир булып таныла (Дәртмәнд исеме аҫтында баҫтыра), Ырымбур губернияһынан Дәүләт Думаһына ағза итеп тә һайлана.
1886 йылда Мөхәмәтзакирҙың ғаиләһендә Искәндәр – буласаҡ ғалим Бәшир Рәмиевтың атаһы тыуа. 1914 йылда Германиялағы Фрайберг тау академияһын тамамлағас, ул Рәмиевтарҙың приискыларында техник етәксе, Балҡан руднигында идарасы булып эшләй. 1919 йылдан халыҡ хужалығы советының иҡтисад бүлегендә, 1925 йылдан “Башзолото” тресының химик лабораторияһында һәм Баймаҡ алтын-баҡыр заводының металлургия цехында начальник булып эшләй. Искәндәр Мөхәмәтзакир улы бер нисә уйлап табыу эше авторы ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны 1929 йлыда ҡулға алалар, әммә туғыҙ айҙан кире сығаралар. 1938 йылда инде уны һөргөнгә оҙаталар. 1943 йылда Искәндәр Рәмиев вафат була. 20 йыл үткәндән һуң аҡлана.
1918 йылдың 1 майында Рәмиевтар ғаиләһендә Бәшир тыуа. Малайға өс йәш тулғанда әсәһе Шәрипзада үлеп ҡала. 1926 йылда Баймаҡта Бәширҙең мәктәп йылдары башлана. Малай бала саҡтан техник яңылыҡтар менән мауыға. Бер саҡ ауыл вундеркинды Мәскәүҙең жюри хөкөмөнә радио менән идара итеүсе бронепроезд моделе тәҡдим итә.
Башҡорт Кулибинының үҙенсәлекле уйлап табыуы хаҡында күп кенә үҙәк баҫмалар яҙып сыға. Һөҙөмтәлә Бәшир Рәмиев 17 генә йәшендә Бөтә Союз уйлап табыусылар йәмғиәте ағзаһы булып китә. 1935 йылда Рәмиевтар ғаиләһе Өфөгә күсә. Тәбиғәттән бирелгән талант, иҫ китмәле һәләт һәм аҡыл Бәширгә математика, физика, химия, астрономия кеүек теүәл фәндәрҙе еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә һәм ул мәктәпте экстерн менән тамамлай.
1937 йылда ул Мәскәү энергетик институтына уҡырға инә. Әммә атаһын ҡулға алғандан һуң, “халыҡ дошманы” улы булараҡ, икенсе курстан Бәширҙе уҡыуҙан ҡыуалар. Оҙаҡ уйланғандан һуң, ул тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Өфөлә Бәшир Рәмиев бик ауырлыҡ менән булһа ла Башҡортостан радиоһына радио кабинеты мөдире булып эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта радиотехника нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәнә. Үҙ алдына белем алыу уның тормошоноң төп принцибына әүерелә. Әммә НКВД бында ла “ҡул ҡаушырып” ултырмай – Бәшир йәнә эшһеҙ ҡала. Туғандарының кәңәше буйынса йәнә Мәскәүгә юллана.
1940 йылда ул Элемтә үҙәк ғилмитикшеренеү институтына ябай техник булып эшкә урынлаша ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә, 771-се айырым элемтә батальонында хеҙмәт итә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла Бәшир Рәмиев уйлап табыу менән шөғөлләнә, улар яу шарттарында ҙур әһәмиәткә эйә була.
1944 йылда армиянан демобилизациялана һәм уға фән менән шөғөлләнергә тигән дәүләт кимәлендәге айырым бурыс йөкмәтелә. Элекке яугир-элемтәсе академик А.Берг етәкселегендә 108-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай.
Бында Бәшир Искәндәр улы атом физикаһын өйрәнә, зарядлы өлөшсәләрҙе тиҙләтеү өсөн ҡулайлама уйлап сығара.
1947 йылда Бәшир Рәмиев АҠШта ғәҙәти булмаған электрон иҫәпләү машинаһын булдырыуҙары тураһында ишетә. Фәндәге яңы йүнәлеш буйынса шөғөлләнергә теләү уйы тыуа. Академик Бергтың тәҡдиме менән ул 1948 йылдың майында СССР-ҙың Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты И.Бруктың электр системалары лабораторияһына эшкә күсә. Шул уҡ йылда СССР Фәндәр академияһының энергетика институтының йәш инженер-конструкторы Брук менән берлектә өс ай ғына эсендә илдә тәүге тапҡыр “Автоматик цифрлы электрон машина” исемле яңы проект уйлап сығара. 1948 йылдың 4 декабрендә Бәшир Искәндәр улы Рәмиевҡа бирелгән 10475-се авторлыҡ танытмаһы СССР-ҙа был өлкәлә теркәлгән тәүге уйлап табыу була. Тап ошо ваҡиға уңайы менән Рәсәйҙә 4 декабрь Информатика көнө тип билдәләнә башлай.
1949 йылда талантлы ғалимға “Стрела” электрон иҫәпләү машинаһы уйлап табыу буйынса бурыс
йөкмәтелә, һәм ул СССР-ҙың тәүге ЭВМ-ы булып һанала. Бындай уникаль машина уйлап сығарғаны өсөн Бәшир Рәмиевҡа һәм уның коллегаларына 1953 йлыда Дәүләт премияһы тапшырыла.
1950 йылда Мәскәү иҫәпләү-аналитика машиналары заводы ҡарамағындағы лаборатория мөдире булған Б.Рәмиевты илдең төп ғилми учреждениеһы – Пенза математика машиналары ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Юғары белеме булмаған Бәшир Рәмиевтың шундай юғары вазифаға билдәләнеүен ул осор өсөн уникаль ваҡиға тип ҡарарға кәрәк.
1962 йылда яҡташыбыҙ техник фәндәр докторы булып таныла. Ул саҡта академик А.Берг шулай тип яҙа: “Бәшир Искәндәр улы Рәмиевты мин
17 йыл беләм. Ғилми-техник эшмәкәрлеге һәм башҡарылған эш күләме буйынса ул әллә ҡасан уҡ фән докторы кимәленә еткән. Шуның өсөн Б.И. Рәмиев диссертация яҡламайынса ла техник фәндәр докторы тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ”. Уның был фекерен атаҡлы фән эшмәкәрҙәре – академиктар Лебедев, Келдыш, Брук һәм башҡалар бер тауыштан хуплай.
1955 йылдан 1968 йылға тиклем Бәшир Рәмиев атап үтелгән ғилмитикшеренеү институтында “Урал” иҫәпләү машиналары сығарыу буйынса баш конструктор булып эшләй. Был исемде ғалим Тыуған иле хөрмәтенә үҙе ҡуша. Әйткәндәй, академик А.Дородницын етәкселегендәге дәүләт комиссияһы был уйлап сығарыуға юғары баһа бирә. Уникаль иҫәпләү машиналары сығарғаны өсөн ғилми-тикшеренеү институты дәүләт премиялары менән бүләкләнә. Космосты яулаусы тәүге совет юлдаштары һәм шулай уҡ беренсе космонавт Юрий Гагариндың йыһан буйлап тәүге осошонда ла яҡташыбыҙҙың хеҙмәте ҙур. “Урал-1” ЭВМ-ы базаһында Байконур космодромының иҫәпләү үҙәге булдырыла. 1960 йылдар башына “Урал-1” СССР-ҙа иң киң таралған ЭВМ булып таныла, бынан тыш, ул донъяның 25 илендә эшләй. Б.Рәмиев тарафынан булдырылған иҫәпләү техникаһы өлкәһендәге Пенза ғилми мәктәбе киң танылыу ала.
Ғилми батырлыҡтарына, СССР-ҙы цифрлы иҫәпләү техникаһы өлкәһендә донъя кимәленә күтәреүенә ҡарамаҫтан, Бәшир Искәндәр улы Рәмиев күләгәлә ҡала килә. Ул ғилмипрактик конференцияларҙа һәм симпозиумдарҙа сығыш яһамай тиерлек, матбуғатта ла ғалимдың асыштары тураһында яҙмайҙар. Бында, әлбиттә, сәйәси золом ҡорбаны булып танылған Рәмиевтар ырыуынан булыуы кире йоғонто яһай.
Артабан Бәшир Рәмиев ЭВМ-дың берҙәм системаһын проектлау өсөн булдырылған Электрон иҫәпләү техникаһының ғилми-тикшеренеү үҙәгендә бүлек начальнигы булып эшләй. Тап уның етәкселегендә арифметик ҡоролма, электрон лампаларҙа элемент базаһы һәм башҡалар уйлап табыла.
50-се йылдар башында Бәшир Рәмиев, ғилми эшмәкәрлек менән бер рәттән, Мәскәү инженер-физика институтында “Математик иҫәпләүхәл итеү приборҙары һәм ҡоролмалары” кафедраһы студенттарына лекциялар уҡый.
1971 йылда Бәшир Искәндәр улын СССР-ҙың Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетының иҫәпләү техникаһы һәм идара итеү системаһы баш идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул ЭВМ өлкәһендә дөйөм Рәсәй фәнни-техник программаларын булдырыу буйынса ҙур эш алып бара.
Әйткәндәй, был өлкәгә ул үҙенең ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнай. ЭВМ-ды булдырыу эшен Б.Рәмиев тормош принцибы тип һанай, һәм уға өлгәшә лә. Ысынлап та, был өлкәлә Бәшир Искәндәр улы иҫ киткес ҡаҙаныштарға ирешә, 74 ғилми һәм конструктор, шул иҫәптән 23 уйлап табыу эше авторы булып таныла.
Илдең фәнни өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Б.И. Рәмиев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, дәүләт премиялары, ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Бәшир Рәмиев 1994 йылдың 16 майында вафат була. Уның хөрмәтенә Пенза ҡалаһындағы “Рубин” ғилми-производство предприятиеһы бинаһына таҡтаташ ҡуйылған. Шул уҡ ҡалала парк һәм урам уның исемен йөрөтә. 2013 йылда Пензала “Рәмиев” технопаркы асыла. Мәскәүҙең политехник музейында ғалимдың фонды булдырылған. 2014 йылда Борис Малиновский һәм Анна Белкина тарафынан “Бәшир Рәмиев. Уралдан алып “Урал”дарға тиклем” тигән китап нәшер ителә.
Пенза киностудияһында “Легендар Рәмиев” тигән фильм дә төшөрөлә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткән йылдың декабрендә Рәсәй информатикаһы көнө уңайы менән яһаған сығышында Бәшир Рәмиевтың исемен мәңгеләштерергә тәҡдим итте. “Был дата республикабыҙҙың танылған шәхесе Бәшир Рәмиев менән туранан-тура бәйле. Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса кәңәшмәлә математика лицейына уның исемен биреү тәҡдиме яңғыраны. Әле беҙ был мәсьәләне тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Илдең фән һәм техника өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән бөйөк ғалим Бәшир Рәмиевтың исеме тыуған төйәгендә онотолорға тейеш түгел. Республика һәм район кимәлендә уның исемен мәңгеләштереү күптән кәрәк һәм яҡташыбыҙ быға лайыҡлы ла.
Азамат МӨХӘМӘТШИН әҙерләне.