Новости
9 Ғинуар 2024, 12:55

Хеҙмәттәре еңелләштерелә

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһы компетенцияларының төбәк үҙәге эксперттары “Техномаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Беринг” компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен SMED – тиҙ арала ҡайтанан көйләү һәм OEE – ҡорамалдарҙың һөҙөмтәлелеге анализы курстары буйынса уҡытты. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.

– Милли проектты тормошҡа ашырыу программаһы буйынса предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл эшләргә өйрәнә һәм үҙәк эксперттары булышлығында пилот ағымында алған күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡытыу ярҙамында улар юғалтыуҙы үҙ аллы билдәләп, уларҙы бөтөрә, шулай уҡ предприятиеларҙың эске резервтарын таба һәм рациональ файҙалана аласаҡ, – тине Айрат Фәхретдинов.

Тиҙ арала ҡорамалдарҙы яңынан көйләү – һаҡсыл етештереүҙең бер ысулы. Ул ҡорамалдарҙы яңынан йыһазландырғанда сығымдарҙы һәм юғалтыуҙарҙы ҡыҫҡартыу ысулы булып тора. Уның нигеҙендә штамплау пресының тренажер-симуляторы менән эшләү ята. Улар үҙгәртеп ҡороу процесына сума, проблемаларҙы асыҡлай һәм уларҙы бөтөрә, яйлап ҡайтанан көйләү ваҡытын минималь хәл итеүгә тиклем ҡыҫҡарта.

Республика компетенциялар үҙәге эксперты Александр Кириллов һүҙҙәренсә, әлеге тренинг ҡатнашыусыларҙың предприятиелағы үҙгәртеп ҡороу процесына ҡарашын үҙгәртә, уны ҡулайлаштырыу өсөн ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә. Уҡытыу уйын формаһында алып барыла, был ҡатнашыусыларға еңел генә материалды үҙләштереп, алған белемдәрен практикаға күсерергә мөмкинлек бирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас