Новости
8 Ғинуар 2024, 12:55

Башҡортостан игене

2023 йылдың 11 айында Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы төбәктән Евразия иҡтисади союзы һәм Европа союзы, БДБ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы илдәренә экспортланған игенгә һәм уны эшкәртеү продукттарына 9742 экспорт фитосанитар сертификат биргән. Яҡын һәм алыҫ сит илдәргә килтерелгән иген культураларының дөйөм күләме 429,59 мең тонна тәшкил итә, был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 260,89 мең тоннаға күберәк.

Ҡуҙаҡлы иген культуралары экспорты күләме генә түгел, ә Башҡортостан игенен тәьмин итеү географияһы ла арта. Төбәктең игенселәре тауарын Әзербайжан, Бельгия, Беларусь Республикаһы, Германия, Грузия, Дания, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һатып ала. Был исемлеккә 2023 йылда Афғанстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Латвия, Нидерландтар, Польша, Төркмәнстан, Төркиә һәм башҡа илдәр өҫтәлгән. Ғинуарҙан декабргә тиклем был илдәргә 254,57 мең тонна бойҙай, арпа, көнбағыш, етен орлоҡтары һәм башҡа культуралар экспортланған. Экспорт тауарҙары структураһында бойҙай алдынғы урында тора – 116,6 мең тонна, артабан арпа – 69,18 мең тонна, өсөнсө позицияла етен – 46,33 мең тонна, артабан борсаҡ – 4,38 мең тонна, арыш – 8,25 мең тонна, сафлор – 1,53 мең тонна, көнбағыш – 0,16 мең тонна, гәрсис – 0,59 мең тонна, һоло – 0,94 мең тонна һәм һәм башҡа экспортҡа сығарылған ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары исемлегендә нут, ҡарабойҙай, ҡыҙылса, расторопша, вика һәм башҡа ауыл хужалығы үҫемлектәре төрҙәре бар. Шулай уҡ төбәктән сит илгә 16 мең тоннанан ашыу иген эшкәртеү продукты: ярма, он һәм көраө аҙыҡтары һатылған.

Экспорт йөгөнөң бөтә партияларын һынауҙар улы күләмдә Россельхознадзор ҡарамағындағы “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында үткән. Энтомологик, геологик, микологик һәм гельминтологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса үҫемлек сығышлы продукция импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә. “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының карантин аҫтындағы тауарҙың фитосанитар торошо тураһында һығымталары нигеҙендә идаралыҡ 8135 экспорт фитосанитар сертификат биргән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас