"Яңы йыл ғаилә уйындары-2024" республика фестивале сиктәрендә Ниғәмәт ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙа төрлө спорт саралары ойошторола һәм уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ошоғаса Ниғәмәт ауылында урамдар араһында волейбол ярыштары үтһә, кисә иһә унда хоккей буйынса ярыштар ойошторолдо.
Бөгөн Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарында урам командалары волейбол буйынса көс һынашты.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында сығыш яһап, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев спорт һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, уға күберәк халыҡты йәлеп итеү, башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойоштороу, район кимәлендәге турнирҙар үткәреү бурысын ҡуйҙы һәм был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыласағын билдәләне.
Икенсе Этҡолда үткән волейбол ярыштарында 3 команда ҡатнашты. 1-се урынды - Баймаҡ урамы, 2-се урынды - Ленин урамы, 3-сө урынды С.Юлаев урамы командалары яуланы. "Иң өлкән уйынсы" номинацияһында Р.Арсланов, "Иң йәш уйынсы" номинацияһында А.Саникин, "Иң яҡшы һөжүмсе" номинацияһында И.Минһажев, Ю.Арсланов, Г.Сәфәрғәлин һәм "Иң яҡшы һаҡсы" номинацияһында Ф.Абдулов еңеп сыҡты.
Еңеүселәргә бүләктәрҙе Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, кубоктарҙы Мансур Абдулов әҙерләне.
Тиҙҙән ауыл биләмәһендә милли көрәш буйынса район турниры үткәреләсәк, әле уға әҙерлек бара.