Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ғинуар 2024, 12:35

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Күсмә медицина комплекстары составында флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Ҡан һәм биохимик анализдар алына. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күпләп теркәлгән райондарға өҫтәмә рәүештә республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстары ебәрелә.

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы  дауам итә. Йыл һайын үткәрелгән сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора. Маршруттар хатта төпкөл райондар халҡы ла медицина ярҙамын, шул иҫәптән тар белгестәрҙән, алһын өсөн уңайлы итеп ойошторолған.

Күсмә медицина комплекстары составында флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Ҡан һәм биохимик анализдар алына. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күпләп теркәлгән райондарға өҫтәмә рәүештә республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстары ебәрелә.

Акция 2019 йылдан бара,  быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда бихисап кеше һаулығын тикшерткән. Статистика күрһәтеүенсә, халыҡ тәү сиратта тар белгестәр ярҙамына мохтаж, сөнки ниндәйҙер етди сир барлыҡҡа килгәндә, нәҡ улар, диагноз ҡуйып, пациентты артабан тикшерелеүгә йәки дауаланыуға, хатта әмәлиәт эшләтеүгә ебәрә. Һөҙөмтәлә  бындай саралар күп осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас