+24 °С
Ямғыр


Махсус хәрби операцияла булған хөрмәтле ир-егеттәребеҙ һәм ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәр секунд күңел түрендә. Ишмырҙа ауылынан Мәүлиҙә ханым яугирҙәр өсөн Еңеү байрағының күсермәһен әҙерләгән. Ә Ярат ауылынан Миләүшә Юлдашбаева һәм уның ҡыҙы Гөлзифа байраҡҡа яугирҙәрҙе Аллаһ һаҡлаһын өсөн сигеү нағышлаған. Яугирҙәргә был байраҡты күҙ ҡараһындай һаҡлап, Еңеү яулағандан һуң байраҡты музейға тапшырыу үтенесе еткерелде.
Яугирҙәр байраҡты алып ҙур рәхмәтен еткерҙе.
- Беҙ мотлаҡ Еңеү яулап ҡайтырбыҙ! Һеҙ көтөгөҙ генә, тигән сәләмдәр ебәрҙе.
Беҙ көтәбеҙ һеҙҙе, ҡаһарман ағайҙар, ҡустылар, уландар, улдарыбыҙ, йән һөйгәндәребеҙ! Беҙ көтәбеҙ һеҙҙе, батыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!