

Һөйөнөслө яңылыҡ!
Бөгөн баймаҡтарға ҙур бүләк булып, яңы балалар поликлиникаһы асылды. Уны асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев килде, дауахана коллективы йыйылды. Ә республика Башлығы Радий Хәбиров менән онлайн режимында бәйләнеш булдырылды.
Район башлығы Фәнис Әминев:
- Бар күңелдән яңы балалар поликлиникаһы асылыуы менән барыбыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайым! Был беҙҙең ҡала өсөн, кескәйҙәр өсөн оло бүләк. Балаларҙың һаулығын хәстәрләү – киләсәкте хәстәрләү ул,- тип иң йылы теләктәрен еткерҙе.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин:
- Хөрмәтле Радий Фәрит улы Һеҙгә һәм Һеҙҙең командағыҙға беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре исеменән ҙур рәхмәт. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, заманса йыһазландырылған поликлиника һоҡландыра ла, хайран да ҡалдыра. Бар күңелдән һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!
Республика Башлығына Баймаҡ балалар ҙа рәхмәт әйтте. Улар бүләккә бик матур һүрәт әҙерләгән ине.
Яңы поликлиника Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Объект 5,8 мең квадрат метр майҙандағы өс ҡатлы бинанан тора.