- Беҙ Яңы йылды һәр саҡ ауыл менән матур итеп ҡаршылайбыҙ. Балалар өсөн төрлө уйындар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы күреү ҙур мөғжизә. Матур теләктәр теләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашһын, ти Семеновск халҡы.