+24 °С
Ямғыр


“Ҡыш бабайға хат” конкурсында Баймаҡ лицей-интернатының 8-се класс уҡыусылары Регина Байрамғолова (1-се урын), Аделина Төхвәтуллина (2-се урын) алды .
Бөгөн Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова ҡыҙҙарҙы тәбрик итте һәм бүләктәр тапшырҙы. Баймаҡ-лицей интернаты директорының урынбаҫары Рәсимә Моратова балалар өсөн ижади конкурстар үткәргән “Һаҡмар” гәзитенә оло рәхмәтен еткерҙе һәм киләсәктә лә уларҙа тәрбиәләнеүселәрҙең әүҙем буласағына ышаныс белдерҙе.
Билдәләп үтер кәрәк, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары һәр конкурста әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Бының балаларға һәм уларҙың уҡытыусы-тәрбиәселәренә рәхмәт белдерәбеҙ.