+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ районы халҡы күмәк көс менән йыйған ылау яугирҙәребеҙ янына барып етте. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев алып киткәйне.
- Беҙ алдынғы һыҙыҡта, яугирҙәребеҙ ярҙамды алды. Улар ҙур рәхмәтен белдерә,-тип яҙҙы Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙенең шәхси битләүегендә.
Яугирҙәребеҙгә беҙҙең ярҙам-күстәнәс тиҙерәк Еңеү яулап, имен-һау ҡайтырға көс биреүен теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, яугирҙәр!
Фотолар: район башлығының шәхси битләүегенән.