+24 °С
Ямғыр
2024 йылда табиптарҙың һәм урта медицина персоналының эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 7,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Бындай ҡарар медицина хеҙмәткәрҙәренең йыл дауамында артыуын фаразлап ҡабул ителде. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хөкүмәт бойороғона ярашлы, Башҡортостанға ошо маҡсатҡа 34,53 миллион һум бүленә. Аҡсаны мотлаҡ медицина страховкалауының территориаль фонды аласаҡ.