15 декабрҙә районда рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булды. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып йөрөнө.
Республика етәксеһенең эш сәфәре Беренсе Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда башланды. Бында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелде. Реконструкциялау барышында бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре яңыртылды, электр менән тәьмин итеү, вентиляция буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Бүленгән аҡсаны һаҡлыҡ менән тотоноу һөҙөмтәһендә тамашалар залы өсөн уңайлы креслолар, компьютерҙар, оргтехника алынған, яңы сәхнә кейемдәре тегелгән. Бинала шулай уҡ БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йыр- сы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы, танылған педагог Ғата Сөләймәновтың музейы, “Ихлас” клубы урынлашҡан. Музейҙа Радий Фәрит улына Ғата Сөләймәновтың ҡурай тураһында яҙылған китабын бүләк иттеләр. Ул Республика Башлығы грантына нәшер ителгән.
“Ихлас”та шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар: “Тәү сиратта махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙе хәстәрләйбеҙ, уларға йылы әйберҙәр бәйләп ебәрәбеҙ. Беҙҙең һалдаттарға булған иғтибарығыҙ өсөн бар әсәләрҙән ҙур рәхмәт”, – тине.
Радий Фәрит улы ауыл халҡы менән аралашты, уларҙы борсоған һо- рауҙар менән ҡыҙыҡһынды.
Радий Хә- биров тармаҡ етәкселәренә амбула- торияны яңыртыу, газ үткәреү, урам- дарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор бүлеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарарға ҡушты. Республика Башлығы мәктәптә лә булды. Быйыл Беренсе Төркмән ауылы- ның мәктәбе капиталь ремонтланды. Был мөһим эш “Белем биреүҙең мәк- тәп системаларын модернизациялау” федераль проектына ярашлы башҡа- рылды. Мәктәпте капиталь ремонтлау һәм заманса ҡоролмалар менән йы- һазландырыу өсөн 52,8 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 44 миллион һумдан ашыуы федераль бюджеттан. Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын, спорт залын, ашхананы һәм мәктәп уҡыусыларын “Рәсәй бөркөттәре” ойошмаһына алыу тантанаһын ҡараны Республика Башлығы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ла булды. Ра- дий Фәрит улы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Беҙ йәштәребеҙ өсөн улар лайыҡлы булған иң яҡшы шарттарҙы тыуҙырырға тырышабыҙ. Шуның өсөн йыл һайын Башҡортостандың колледждары һәм ятаҡтарында ремонт эштәре үткә- рәбеҙ. Һөнәри уҡыу йорттарына ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙгә эшсе ҡулдары етмәүен дә билдәләп китергә кәрәк. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Артем Горюнов уҡый. Ул тракторсы һөнәрен үҙләштерә, “Рәсәйҙең йәш профессионал- дары” конкурсы призеры, Баймаҡ агро- сәнәғәт колледжының 3-сө курсында уҡый, производство белеме биреү мастерына уҡытырға ярҙам итә. Унан киләсәккә маҡ- саттары тураһында һорағас, тәүҙә ар- мияға барасағын, унан һөнәре буйынса эшләйәсәген белдерҙе. Ислам Килдин да 3-сө курста уҡый. Ул республикала үҙ тиҫтерҙәре араһында иң яҡшы иретеп йәбештереүсе, “Абилимпикс” конкурсы ҡатнашыусыһы. Был егеттәрҙең төркөм- дәше Рәшит Ғәбитов армиянан һуң конт- ракт буйынса хеҙмәт итергә уйлай икән. Улар – ысын ир-егеттәр, Тыуған илебеҙ- ҙең терәге һәм ышанысы. Ысын ир-егет булған студенттарға оло ихтирамымды һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы коллективына оло рәхмәтемде белде- рәм”.
Радий Фәрит улы ҡалабыҙҙа төҙөлгән балалар поликлиникаһында ла булды. Ул 2021 йылда республика Башлығының ҡушыуы буйынса “Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә һалына башлағайны. Әлеге ваҡытта төҙөлөш аҙағына яҡынлаша. Иң тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл Радий Хәбировтың Баймаҡ мәсетендә хәрби корреспондент Илдар Юлдыбаевты һәм уның кәләше Юлиә Ишбулатованы никахтары менән ҡотлауы булды. Башлыҡ Донбасҡа эш сәфәре барышында Илдар менән таныша. Шул саҡта егет үҙенең өйләнергә йыйыныуын әйтә. Радий Фәрит улы Баймаҡта булһа, мотлаҡ йәш парҙы ҡотларға киләсәген белдерә.
“Мин һеҙгә мәңгелек мөхәббәт, бәхет теләйем. Атай- әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙға ихтирамлы булығыҙ һәм, әлбиттә, күберәк бәпес- тәр үҫтерегеҙ”, – тип теләне Радий Фәрит улы.
Гүзәл Иҫәнгилдина.