+21 °С
Облачно
Башҡортостанда уҙып барған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса ипотека буйынса килешеүҙәр һаны 46% артҡан, тип хәбәр итә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Ведомствола 126 меңдән ашыу яҙма теркәлгән. 2022 йылда иһә был күрһәткес 86 меңдән ашыу тәшкил иткән.
«90% ашыу осраҡта ипотека һанлы форматта теркәлә, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 85,4% күберәк. Льготалы һәм социаль ипотеканың башҡа төрҙәре торлаҡҡа ихтыяжды арттыра. Комплекслы төҙөлөш программаһының да әһәмиәте ҙур», - тине «Росреестр»ҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.