Новости
19 Декабрь 2023, 04:10

Туған телем - башҡорт теле

Нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһендә кескәй төркөмдәр араһында беренсе - Искәндәр Кәримов, икенсе - Арсен Кәримов, өсөнсө урынды Ирхан Юнысбаев яуланы. Өлкән төркөмдәр араһында беренсе - Эмир Иҫәндәүләтов, икенсе - Ирада Хәйбуллина һәм Айсель Шәйәхмәтова, өсөнсө урынды Амелия Ғәлимова, Заһир Иҫәнбаев һәм Лилиә Аҡбулатова бүлеште. Маҡтау ҡағыҙы менән бәйгелә әүҙем ҡатнашыусы Аслан Мостафин, Арслан Иҫәкәев һәм Морат Ҡотлоғужин да бүләкләнде. Афарин!

Туған телем - башҡорт телеТуған телем - башҡорт теле
Туған телем - башҡорт теле

Башҡорт теле көнө уңайынан Толпар” балалар баҡсаһында матур сара - Тыуған илем-башҡорт иле, туған телем башҡорт теле” исемле шиғыр конкурсы үтте. Үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙҙың рухи мираҫына ылыҡтырыу, туған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған бәйгелә балалар Тыуған ил, туған тел тураһында илһамланып көс һынашты. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Заһир Иҫәнбаев бәйгеселәргә “Мин –башҡорт балаһы йырын” бүләк итте. “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын иһә бөтә балалар ҙа ихлас йырланы. Жюри ағзалары сығыштарға йомғаҡ яһағансы музыка етәксеһе Ф. Баһаутдинова бәйгеселәрҙе “Миңлебай” уйыны менән мауыҡтырҙы.

Нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһендә кескәй төркөмдәр араһында беренсе - Искәндәр Кәримов, икенсе - Арсен Кәримов, өсөнсө урынды Ирхан Юнысбаев яуланы. Өлкән төркөмдәр араһында беренсе - Эмир Иҫәндәүләтов, икенсе - Ирада Хәйбуллина һәм Айсель Шәйәхмәтова, өсөнсө урынды Амелия Ғәлимова, Заһир Иҫәнбаев һәм Лилиә Аҡбулатова бүлеште. Маҡтау ҡағыҙы менән бәйгелә әүҙем ҡатнашыусы Аслан Мостафин, Арслан Иҫәкәев һәм Морат Ҡотлоғужин да бүләкләнде. Афарин!

Гөлсәсәк Туйканова, “Толпар” балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды.

 

 

Туған телем - башҡорт теле
Туған телем - башҡорт теле
Туған телем - башҡорт теле
Туған телем - башҡорт теле
Туған телем - башҡорт теле
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас