Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Декабрь 2023, 14:15

Тәүге премиялар тапшырылды

Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау сараһында мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы еңеүселәре бүләкләнде. Был премияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында булдырҙы. Ул фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен дәртләндереү, башҡа милләттәр вәкилдәре тарафынан республикабыҙҙың, башҡорт халҡының милли ғилми, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға, үҫтереүгә индерелгән әһәмиәтле өлөшөн баһалау маҡсатын күҙ уңында тота.

Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау сараһында мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы еңеүселәре бүләкләнде. Был премияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында булдырҙы. Ул фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен дәртләндереү, башҡа милләттәр вәкилдәре тарафынан республикабыҙҙың, башҡорт халҡының милли ғилми, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға, үҫтереүгә индерелгән әһәмиәтле өлөшөн баһалау маҡсатын күҙ уңында тота. Бурыстары – милләт-ара теләктәшлекте нығытыу, Рәсәйҙә, донъяла башҡорт халҡының имиджын үҫтереү, иң яҡшы социаль тәжрибәләргә булышлыҡ итеү, уларҙы таратыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Йәмәғәт наградаһы дүрт номинация буйынса бирелә: 1) Автор. Төрлө жанрҙағы сәнғәт һәм әҙәби әҫәрҙәр, фәнни эҙләнеү эштәре, уҡыу программалары өсөн; 2) Мәғрифәтсе. Фәндәге, мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар, мәҙәни, тарихи, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырған өсөн; 3) Остаз. Белем биреү эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергән һәм ижади, ғилми йәки кадрҙар резервы формалаштырған өсөн; 4) Ойоштороусы. Ижтимағи әһәмиәтле саралар һәм мәҙәниәт, гуманитар фәндәр, мәғариф проекттары булдырған, ойошторған, тормошҡа ашырған өсөн.

Тәүге йәмәғәт наградаһы ун еңеүсегә бирелде: Александр Владимирович Галибин, театр һәм кино режиссеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы; Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре; Игорь Леонидович Кызласов, археолог, тарих фәндәре докторы, Хакасия Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре; Светлана Николаевна Шитова, этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Михаил Сергеевич Воронов-Кушаковский, рәссам; Инга Михайловна Гвоздикова, тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Юлия Викторовна Норманская, лингвист, филология фәндәре докторы; Леонид Борисович Филинов, кинопродюсер; Гөлназ Камил ҡыҙы Серова, Петровское ҡалаһындағы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры; Вячеслав Иванович Виданов, рәссам-ҡуйыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас