

Күренекле шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Айгөл Ишемғужинаның был китабына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күңел кисерештәренән туҡылған илһөйәр һәм телһөйәр, рухлы һәм хисле, сая һәм һағышлы шиғырҙары индерелгән.Араһында үҙе ижад иткән йырҙарының һүҙҙәре лә бар.Һүҙҙең көсөн һәм тәмен тәрән тойған, "шиғыр сиккән", "ай менән бейегән", һәр иртәне йырлап ҡаршылаған ижадсының шиғырҙарында сейә тәме лә, күңеленең сыңы ла, йәйғор сағыулығы ла, күҙ йәштәренең әсеһе лә, тормош тураһындағы фәлсәфәһе лә асыҡ сағыла."Сейәле мәлем" - шағирәнең шиғриәт баҡсаһында төрлө йылдарҙа йыйған татлы ла, һутлы ла емеше һәм уңышы ул.
Әйтергә кәрәк, әүҙем ижадсы булараҡ, Айгөл Рамаҙан ҡыҙы ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда даими ҡатнашырға мөмкинлек таба. Танылған педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Тажетдиновтың Хәтер кисәһен һәм уның исемендәге ижади конкурсты ойоштороуға һәм үткәреүгә лә үҙенең тос өлөшөн индерҙе.Китапхана системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.Награданы Республика Парламенты Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов тапшырҙы.
Айгөл Рамаҙан ҡыҙын яңы китабы сығыуы айҡанлы ҡотлайбыҙ, ижади бейеклектәр теләйбеҙ!