+21 °С
Болотло


Өфөлә "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конгресс-холда үткән тантанала Ярат мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафина Миләүшә Камил ҡыҙы ҡатнашты һәм уға 2024 йылда кабинетты мультимедиа комплексы йыһазландырыуға сертификат тапшырылды.
Миләүшә Камил ҡыҙы - ижади эшләүсе педагог, уның уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булып таныла.
Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева етәкләгән коллективты ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.Афарин!