Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Декабрь 2023, 14:10

Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһалды

Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы:– Милли ойошма башланғысы менән үткәрелә башлаған Башҡорт теле көнө күркәм йолаға әүерелде, йылдан-йыл уның даирәһе киңәйә, әһәмиәте лә арта бара. Йыл һайын айырым йүнәлешкә иғтибар бирелеүе лә уңышлы. Мәҫәлән, быйыл фән һәм мәғрифәт темаһына баҫым яһалһа, быға тиклем Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары уҙҙы...

Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһалдыФән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһалды
Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһалды

15 декабрҙә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда республиканың ҡала-райондары, ил төбәктәре башҡорт ҡоролтайҙары, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, төрлө ведомстволар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Сара иртәнсәк Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды, унда ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Унан “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты фәндә һәм мәғарифта” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” булды, унда Мәскәүҙән лингвист, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының урал-алтай телдәре бүлеге ғилми хеҙмәткәре Юлиә Норманская ҡатнашты. “Күсмә донъя. Башҡорттар” темаһына икенсе “түңәрәк өҫтәл”дә Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, археолог, тарих фәндәре докторы Игорь Кызласов булды. Әйткәндәй, бөгөнгө сарала археология өлкәһендәге, Башҡортостандың тарихи мираҫын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн Игорь Кызласовҡа Нияз Мәжитов исемендәге йәмәғәт премияһы бирелде. Награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов һәм “Евразия күсмә цивилизациялар музейы” ойошмаһы директоры Николай Григорьев тапшырҙы.

Сараның тантаналы өлөшөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев асып, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы:

– Милли ойошма башланғысы менән үткәрелә башлаған Башҡорт теле көнө күркәм йолаға әүерелде, йылдан-йыл уның даирәһе киңәйә, әһәмиәте лә арта бара. Йыл һайын айырым йүнәлешкә иғтибар бирелеүе лә уңышлы. Мәҫәлән, быйыл фән һәм мәғрифәт темаһына баҫым яһалһа, быға тиклем Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары уҙҙы.

2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролайы үтте, ойошманың структураһына бихисап үҙгәрештәр индерелде. Ошонан сығып, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һуңғы дүрт-биш йылдағы эшмәкәрлегенә ыңғай йомғаҡ яһарға мөмкин, сөнки һөҙөмтәле башланғыстар, халыҡ үҫеше өсөн башҡарған аныҡ эштәр бар. Уларҙың төп асылы – халыҡты алға әйҙәү, үҫтереү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай башланғыстарҙы гел күтәреп ала, хуплай. Мәҫәлән, милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән гранттар булдырылды, фекерле, маҡсатлы йәш ижадсылар өсөн был ҙур этәргес.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә килгән “Халиҡов уҡыуҙары”, “Тасимов уҡыуҙары”, фәнгә бағышланған саралар ҙа оло рухи әһәмиәткә эйә. Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам акцияларын тәүгеләрҙән булып башлап ебәреүе, госпиталдәрҙәге егеттәребеҙгә даими булышлыҡ күрһәтеүе лә күптәргә өлгө һәм этәргес булып тора, – тип билдәләне Урал Таһир улы.

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-12-15/oroltay-yyl-a-anyshtaryn-barlany-3568972?ysclid=lq84tuz8xi802085183

 

А. Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас