Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Декабрь 2023, 09:55

Радий Хәбиров - Төркмән мәктәбендә

Быйыл I Төркмән ауылының мәктәбе капиталь ремонтланды. Был мөһим эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм “Мәғариф мәктәп системаһын модернизациялау” федераль проектына ярашлы башҡарылды. Мәктәпте капиталь ремонтлау һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн 52,8 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 44 миллион һумдан ашыуы федераль бюджеттан.

Радий Хәбиров - Төркмән мәктәбендәРадий Хәбиров - Төркмән мәктәбендә
Радий Хәбиров - Төркмән мәктәбендә

 

Быйыл I Төркмән ауылының мәктәбе капиталь ремонтланды. Был мөһим эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм “Мәғариф мәктәп системаһын модернизациялау” федераль проектына ярашлы башҡарылды. Мәктәпте капиталь ремонтлау һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн 52,8 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 44 миллион һумдан ашыуы федераль бюджеттан.

Бөгөнгө беҙҙең районға эш сәфәре барышында республика Башлығы яңырыу кисергән мәктәптә булды. “Капиталь ремонт быйыл яҙ башланғайны. Шулай уҡ федераль программа буйынса бүленгән аҡсаға мәктәп яңы йыһаз, һанлы һәм спорт ҡоролмалары, ашхана өсөн техника менән тәьмин ителде”,-тине мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһарманова.

Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын, спортзалын, ашхананы һәм мәктәп уҡыусыларын “Рәсәй бөркөттәре” ойошмаһына алыу тамашаһын ҡараны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-15/v-baymakskom-rayone-bashkirii-otremontirovali-za-god-tretyu-po-schetu-shkolu-3568018

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас