Новости
15 Декабря 2023, 09:20

Башлыҡ - I Төркмән ауылында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың районыбыҙға эш сәфәре I Төркмән ауылының ауыл мәҙәниәт йортон ҡарауҙан башланды. Бында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Реконструкциялау барышында бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре яңыртылған, электр менән тәьмин итеү, вентиляция буйынса ҙур эштәр башҡарылған...  

Башлыҡ - I Төркмән ауылындаБашлыҡ - I Төркмән ауылында
Башлыҡ - I Төркмән ауылында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың районыбыҙға эш сәфәре I Төркмән ауылының ауыл мәҙәниәт йортон ҡарауҙан башланды. Бында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Реконструкциялау барышында бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре яңыртылған, электр менән тәьмин итеү, вентиляция буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Бүленгән аҡсаны һаҡлыҡ менән тотоноу һөҙөмтәһендә тамашалар залы өсөн уңайлы креслолар, компьютерҙар, оргтехника алынған, яңы сәхнә кейемдәре тегелгән.

Бинала шулай уҡ БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы, танылған педагог Ғата Сөләймәновтың музейы ла урынлашҡан. Музейҙа арҙаҡлы шәхестең шәхси әйберҙәре, музыка ҡоралдары ла ҡәҙерләп һаҡлана. Бында ауыл һәм “Ирәндек” совхозының тарихы менән дә ентекләп танышырға була. Музейҙа Радий Фәрит улына Ғата Сөләймәновтың ҡурай тураһында яҙылған китабын бүләк иттеләр. Уны республика Башлығы грантына нәшер иткәндәр.

Радий Фәрит улы ауыл халҡы менән аралашты. Улар Радий Хәбировҡа яңырған клуб һәм мәктәп өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Республика Башлығы шулай тегенселек оҫтаханаһын ҡараны. Бында ауыл ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кәрәкле кейем тегә. Быға тиклем булған эш сәфәрендә тегенселәр Радий Фәрит улынан яңы теген машинкалары алыуҙа ярҙам һорағайны. Был юлы ҡатын-ҡыҙҙар Башлыҡҡа рәхмәтен еткерҙе: “Радий Фәрит улы, һеҙгә ҙур рәхмәт! Беҙгә бар кәрәкле ҡоролмалар килеп етте. Улар менән эшләүе тиҙерәк тә, күңеллерәк тә”.

Һеҙ бик тә мөһим эщ башҡараһығыҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ беҙҙең яугирҙәр өсөн бик тә кәрәк. Беҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәр ярҙамды изге теләктәр менән ҡабул итә. Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”, -тине Радий Фәрит улы.

Азат ҒИЗЗЗӘТУЛЛИН.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-15/glava-bashkirii-poblagodaril-zhiteley-derevni-turkmenevo-za-pomosch-boytsam-svo-3567983

 

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас