+21 °С
Болотло


"Башҡортостан" гәзите Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арнап республика райондары һәм ҡалаларының ҡоролтай рәйестәре араһында "Уйҙарымда - милләт яҙмышы" исемле конкурс иғлан иткәйне. Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов та ҡатнашты.
Туғыҙ көн буйы барған бәйгелә, 2264 тауыш йыйып, Ришат Вәкил улы ышаныслы еңеү яуланы һәм иң яҡшы ҡоролтай рәйесе булып танылды.Был, әлбиттә, Р.В.Ишембәтовтың халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙаланыуы һәм баймаҡтарҙың берҙәм булыуы тураһында һөйләй.
Ришат Вәкил улын сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге теләйбеҙ.