

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ике Баймаҡ районы яугиренә торлаҡҡа сертификат килеп етте. Район хакимиәте башлығы уларҙы тантаналы шарттарҙа яугирҙәрҙең ғаиләләренә тапшырҙы. Социаль түләү “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә бирелә. Аҡсаны өй, төкәтмә һалыу, йортто төҙөп бөтөү йәки ауыл ерендә фатир һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.
Быйыл республика Хөкүмәте ауылда йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамының ошо төрө сиратһыҙ биреләсәген билдәләне һәм уларға түләү өсөн аҡса бүлде.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев беҙҙең яугирҙәребеҙ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуын белдерҙе. “Әлеге ваҡытта егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ылау әҙерләйбеҙ. Яугирҙәр менән хәбәрләшеп, уларҙы бар кәрәкле әйберҙе алып барып еткерергә тырышабыҙ. Беҙ улар менән күптән бер ғаиләгә әүерелгәнбеҙ. Яңы йыл алдынан ике яугиребеҙгә торлаҡҡа сертификат бирелеүе оло ҡыуаныс. Унда балаларҙың шат тауышы яңғырауын, атайҙарының имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйем”,-тине.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова ла сертификатлы булған ғаиләләргә иң изге теләктәрен еткерҙе. Яугирҙәрҙең тормош юлдаштары, ата-әсәләре оло бүләк өсөн республика Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә ҙур рәхмәт әйтте.
Сертификатҡа алынасаҡ йорттарҙа тик бәхет, һөйөү хакимлыҡ итһен, яугирҙәребеҙҙең барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.