+24 °С
Ямғыр


Педагог, крайҙы өйрәнеүсе, журналист, яҙыусы булып танылған Азамат Тажетдинов үҙ ғүмерендә халҡына бик күп изгелектәр эшләп өлгөрҙө.Районыбыҙҙың, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлын халҡына намыҫлы хеҙмәт итеүгә арнаған Азамат Әғзәм улын замандаштары изге күңелле, рухлы, бар яҡлап та белемле, ярҙамсыл, алдынғы ҡарашлы уҙаман булараҡ белә.
Арҙаҡлы замандашыбыҙҙы халҡы онотмай, уның исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр алып бара.Ошо көндәрҙә уның тыуған ауылында үткән "Халҡына дан йырланы" исемле сара бының асыҡ миҫалы булып тора.
Азамат Тажетдинов кеүек шәхестәр йәш быуынға ысын үрнәк булып тора һәм уларҙың исемдәре мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана.