Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2023, 11:35

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бер аҙнала 6 иҫерек водитель тотолған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4-10 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса 117 хәл-ваҡиға булған, шуның 8-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау осраҡтары бар. Мутлашыусылар иҫәбенә 34 мең һум, 120 мең һум аҡса күсергәндәр. Тағы ла берәү урланған банк картаһынан магазинда иҫәпләшкән. Шулай уҡ Темәс урман хужалығында рөхсәтһеҙ ҡайын ағасы ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Эскән ике әсәнән балалар ваҡытлыса тартып алынған. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Кеше йәшәмәгән йорттоң тимер ҡапҡаһын һәм ҡоймаларын урлағандар.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 129 осраҡ теркәлгән. 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 6 водитель тотолған, 1 кеше ҡайтанан эләккән.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: