Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2023, 19:20

Төп сәйәси ваҡиға

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһын һәм тура бәйләнешен йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тип атаны...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһын һәм тура бәйләнешен йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тип атаны.

«Был аҙнала, һис шикһеҙ, йылдың мөһим сәйәси ваҡиғаһы — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеше була. Беҙ бөтәбеҙ ҙә урында булырбыҙ, муниципалитет башлыҡтарына ла иғтибар менән тыңларға кәңәш итәм», - тине республика етәксеһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: