Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2023, 17:00

Быйыл фейерверктар булмаясаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, илебеҙҙең Украина биләмәһендә махсус хәрби операция үткәреүен иҫәпкә алып, чиновниктарҙы яңы йыл байрамдарын шау-шыуһыҙ ғына билдәләргә саҡырҙы...

Быйыл фейерверктар булмаясаҡ
Быйыл фейерверктар булмаясаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, илебеҙҙең Украина биләмәһендә махсус хәрби операция үткәреүен иҫәпкә алып, чиновниктарҙы яңы йыл байрамдарын шау-шыуһыҙ ғына билдәләргә саҡырҙы.

- Муниципалитет башлыҡтарын төрлө фейерверктар менән мауыҡмаҫҡа саҡырам. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренән яңы йыл корпоративтарын та шау-шыуһыҙ үткәреүҙәрен һорайым, һеҙгә коллектив менән бергә йыйылып, бер бокал шампан шарабын эсеүҙе берәү ҙә тыймай, ләкин әйҙәгеҙ артығын ҡыланмайыҡ. Тыйнаҡлыҡ тигән төшөнсә бар, аҡсаны ла һаҡсыл тотонорбоҙ. Ләкин етәкселәрҙең бурысы - халыҡтың ял итеү, концертҡа, театрға барыу мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләү, - тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: