Новости
9 Декабрь 2023, 10:30

Мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш

Коррупция енәйәттәрен профилактикалауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бының өсөн аңлатыу эштәре алып барыла...

Мөлкәтте лә, иҫәпте лә йәшерергә ярамай

Йыл һайын 9 декабрҙә Халыҡ-ҡара коррупцияға ҡаршы көн билдәләнә. Ул Берләшкән Милләттәр ойошмаһының инициативаһы буйынса 2003 йылда булдырыла.

Быйыл Баймаҡ районы прокуратураһы коррупция йүнәлешендәге 63 хоҡуҡ боҙоуҙы билдәләне. Уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 32 дәғүә белдерелде, 32 яуаплы вазифа биләгән кеше дисциплинар яза алды. Бынан тыш ике енәйәт эше асылды.

Коррупция енәйәттәрен профилактикалауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бының өсөн аңлатыу эштәре алып барыла.

Мәҫәлән, быйыл 2 коммерция фирмаһы йөк машиналарын контроль пунктынан бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үткәреү өсөн вазифалы кешегә аҡса тәҡдим иткән өсөн администартив яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һөҙөмтәлә был фирмаларҙың етәкселәренә 500-әр мең һум штраф һалынды.

Ҡайһы бер яуаплы вазифа биләгән кешеләрҙең, шул иҫәптән муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең, коррупцияға ҡаршы йүнәлтелгән талаптарҙы үтәмәүе лә күҙәтелде. Ул – килемдәре тураһында тейешле отчет бирмәү, ошо йүнәлештә профилактик эштәр алып бармау һ.б. Декларацияны тултырғанда ла етешһеҙлектәр табылды. Мәҫәлән, 5 муниципаль (дәүләт) хеҙмәткәре тейешле белешмәлә һатып алған мөлкәтен күрһәтмәгән, кредит ойошмаларындағы иҫәбен йәшергән ине.

Коррупция йүнәлешендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш – прокуратураның иң мөһим бурыстарының береһе. Шуға күрә был йүнәлештә беҙ маҡсатлы эш алып барабыҙ. Шуларҙың береһе урындағы норматив хоҡуҡи акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү булды. Һөҙөмтәлә 46 норматив хоҡуҡи акт һәм 12 проект үҙгәрештәр кисерҙе.

Коррупция йүнәлешендәге факттар тураһында беҙгә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ (Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 28). Беҙгә шәхсән мөрәжәғәт итергә йәки 3-16-48 телефоны аша мөрәжәғәт итергә була.

Игорь Муртаев, район прокурорының урынбаҫары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас