Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Декабрь 2023, 03:45

Бәхил бул, батыр яугир!

Махсус хәрби операцияла Әхмәтҡужин Руслан Нәжип улы батырҙарса һәләк булды. Урының ожмахта булһын, батыр яугир! Яҡындарыңдың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, улар менән бергә ҡайғы утында янабыҙ. 

Бәхил бул, батыр яугир!Бәхил бул, батыр яугир!
Бәхил бул, батыр яугир!

Махсус хәрби операция барышында Әхмәтҡужин Руслан Нәжип улының ғүмере өҙөлдө.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев былай тип яҙҙы:

- 22 йәшлек кенә яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу бик ауыр. 

Илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта Руслан Нәжип улы ситтә ятып ҡала алмай, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән, дошмандарҙы тар-мар итеү уйы менән юллана. Үҙен көслө, рухлы ир-егет, ысын патриот итеп күрһәтә. Руслан Нәжип улы мотоуҡсылар батальонының медицина взводы командиры вазифаһында хәрби бурысын лайыҡлы үтәй.

Дәүләтселегебеҙгә, булмышыбыҙға, рухи ҡомартҡыларыбыҙға хәүеф менән янаған неонацизм, коллектив көнбайыш көстәре менән барған аяуһыҙ, әммә изге көрәштә ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә. Биргән хәрби антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала. 

Фото: район башлығы Ф. Әминевтың битләүегенән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас