Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Декабрь 2023, 10:45

Фажиғәле хәл

14 йәшлек ҡыҙ бала класташтарына ата, һуңынан үҙ-үҙен үлтерә...

Был ҡот осмалы хәл бөгөн Брянск ҡалаһында булған. 14 йәшлек ҡыҙ мәктәпкә атаһының мылтығын алып килә. Ул дәрес барған класҡа аҙаҡтан килеп инә һәм махсус һауытҡа һалып алып килгән мылтығын алып, ата башлай. Бер класташ ҡыҙын үлтерә һәм 4 класташ малайҙарын яралай. Ошонан һуң ҡыҙыҡай үҙ-үҙен атып үлтерә.

Мәктәптәге ҡайһы бер балалар был ҡыҙҙы бәләкәй кластарҙан үсекләүҙәрен, рәнйетеүҙәрен белдергән. Был фажиғәнең сәбәбе шул булыуы ла бар. Әлеге ваҡытта тикшереү бара.

Балаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Әгәр мәктәптә уны һыйҙырмайҙар, рәнйетәләр икән, был проблеманы ваҡытында хәл итегеҙ. Килеп сыҡмай икән, икенсе класҡа, мәктәпкә күсерегеҙ. Тик баланы был проблема менән яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. “Беҙ ҙә бала саҡта талаша торғайныҡ”,-тип ҡул һелтәмәгеҙ. Һәр быуындың психологик торошо төрлө булыуын онотмағыҙ.

Шулай уҡ һәр кем һүҙҙең иң ныҡ ауыр яра килтереүен онотмаһын ине. Был яра ғүмер буйы уңалмауы бар. Ә кемдер әсе һүҙҙәргә түҙеп-түҙеп, унан түҙемлеге шартлап ҡурҡыныс аҙымға етеүе бар.

Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ғаиләләренә Хоҙай Тәғәлә сабырлыҡ бирһен! Яралы малайҙар йүнәлеп, аяғына баҫһын.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас