Быйыл илдең Төп Законына – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 30 йыл тула. Юбилей датаһы алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы онлайн-конкурс ойоштора, унда 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бынан тыш, бөтә ил буйынса төрлө тематик саралар үткәрелә. Башҡортостандан 500 меңгә яҡын кеше “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсында ҡатнашҡан.
“Рәсәй Конституцияһына 30 йыл” конкурсы – үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!" онлайн-платформала (онлайн-платформе) үткәрелә. Ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә кәрәк. Ҡатнашыусыларға Конституция нигеҙҙәре тураһында 10 һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Билдәләп үтәйек, система һорауҙарҙы осраҡлы һайлай, улар һәр ваҡыт төрлө. Тест үтеүгә 10 минут бирелә. Һынауҙа ҡатнашҡан бөтә ҡатнашыусылар ҙа электрон сертификат аласаҡ. Ә еңеүселәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндәр араһынан билдәләйҙәр. Уларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Конкурсҡа https://constitution.er.ru/ һылтанмаһы буйынса инергә кәрәк.