Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Декабрь 2023, 04:55

10 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәгән бер кеше лотереяға 10 миллион һум аҡса отҡан...

Башҡортостанда йәшәгән бер кеше лотереяға 10 миллион һум аҡса отҡан. Был хаҡта Национальная лотереяның мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итте.

Декабрь башынан супер приз өс мәртәбә уйнатылған. Отоуҙың дөйөм суммаһы - 30 миллион һум. 2 декабрҙә - Санкт-Петербург, 3 декабрҙә - Амур өлкәһенән, ә 5 декабрҙә Башҡортостанда йәшәүсе 10 миллион һум отҡан.

Ноябрь башында Башҡортостанда йәшәүсе пенсионер ҡатын осраҡлы рәүештә лотерея һатып ала һәм шулай уҡ 10 миллион һум ота. Уның 50 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Быға тиклем бер ҡасан да лотерея алмаған да, отмаған да.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас