+21 °С
Болотло


Бөгөн - Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө. Мәрхәмәтле, изге күңелле, ярҙамсыл кешеләрҙең байрамы.
Ошо көндө беҙҙең район-ҡалала уңышлы эшләгән ирекмәндәрҙе бар күңелдән ҡотлап, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Йәш һәм уңған етәксе Гөлсинә Сирғәлина етәкселегендә эшләгән ирекмәндәр барыһына ла өлгөрә. Улар махсус хәрби операцияла булған яугирҙәрҙең яҡындарына, ололарға, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙам итә. Ҙур сараларҙы ойоштороуҙа ла улар алдынғы һыҙыҡта.
Хөрмәтле Баймаҡ ирекмәндәре! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!