+24 °С
Ямғыр


Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Ләлә һәм Радик Иҙелбаевтар ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Сараға ауылдың уңғандары йыйылды. Өмә йыр-моң менән үтте. “Сәләмәт ауыл” акцияһына ла арналды ул.
- Тырыш кешеләр өсөн ҡош-ҡорт көтөүе ауыр түгел. Беҙ тәүҙә бройлер, унан өйрәк, ҡаҙ алабыҙ. Ауылда ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә - тине Иҙелбаевтар.