+21 °С
Облачно


Ғүмер буйы һунарсы булып эшләгән өлкән ағай менән һөйләшәбеҙ.
-Хәҙер тәбиғәт, һауа торошо тулыһынса үҙгәрҙе. Йәнлектәрҙең дә үҙен тотошо үҙгәрә. Һуңғы йылдарҙа ҡар ҡалын булмағанғамы, әллә башҡа сәбәп бармы, айыуҙарҙы ҡышын да күрергә була. Әммә уларҙы ҡурҡытып, өркөтөп яндарына барып йөрөргә кәңәш итмәҫ инем.