Новости
30 Ноябрь 2023, 06:50

Юл ябыҡ әле

Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү көндөҙгө 12-гә тиклем оҙайтылды (артабан һауа шарттарына ҡарап хәл ителәсәк)...

Юл ябыҡ әлеЮл ябыҡ әле
Юл ябыҡ әле

Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү көндөҙгө 12-гә тиклем оҙайтылды (артабан һауа шарттарына ҡарап хәл ителәсәк).

2023 йылдың 29 ноябрендә урындағы ваҡыт менән киске 6-нан М-5 «Урал» автомобиль юлының 1494+000-се саҡрымынан (Шаҡша) 1548+651-се саҡрымына тиклем (Силәбе өлкәһе сиге) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел машиналы таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылғайны.

Сәбәбе - һауа шарттарының боҙолоуы.

Водителдәргә маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш бирәләр.

Хәрәкәтте асыу тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас