+21 °С
Болотло


Районыбыҙҙан яугирҙәргә барған гуманитар ярҙам ваҡытында шефлыҡҡа алынған Красный Луч балалар баҡсаһына ла бүләктәр тапшырылды. Кескәйҙәр һәм баҡса коллективы компьютерға, уйынсыҡтарға, кухня ҡоролмаһына һб бик тә ҡыуанды, тип һөйләне ярҙамды оҙатып барыусы ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән һөйләшкәндә лә, улар Көнбайыш илдәренең ҡәбәхәт сәйәсәте арҡаһында балаларҙың ыҙа сигеүе ҡурҡыныс икәнен белдерә.
- Шуның өсөн дә беҙ яңынан баш күтәреп маташҡан фашизмды төбө-тамыры менән йолҡоп ташларға, тар-мар итергә тейешбеҙ. Һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ,-тип белдерә яугирҙәр ныҡлы ышаныс менән.