+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына эш сәфәре менән БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков килде.
Роберт Риза улы стационар бүлектәрен ҡарап сыҡты, врачтар менән бергә обход яһаны, ауырыуҙар менән аралашты.
Артабан табиптар менән һөйләшеү барышында төп күрһәткестәр менән танышты, тәжрибә уртаҡлашыуҙарын тыңланы. "Һаулыҡ" милли проектына ингән актуаль мәсьәләләр тураһында ла әңгәмә ҡоролдо.