Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Ноябрь 2023, 16:10

Беҙгә ҡаршы бик күп диверсанттар эшләй

Шул уҡ ваҡытта беҙгә ҡаршы бик күп провокаторҙар, диверсанттар, шпиондар, террорсылар һәм башҡалар эшләй...

Махсус хәрби операция барһа ла, илебеҙгә санкциялар йоғонто яһала ла, республиканы үҫтереү бурысын үтәргә кәрәк. Был хаҡта Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» ваҡытында белдерҙе. «Беҙ үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ ғына.

Кешеләр балалар үҫтерергә, шатланырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Минеңсә, был осорҙа бер-береңә артыҡ агрессия түгел, ә кешесә мөнәсәбәттәр булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙгә ҡаршы бик күп провокаторҙар, диверсанттар, шпиондар, террорсылар һәм башҡалар эшләй. Бөгөн мин хоҡуҡ һаҡлау органдарына: Федераль именлек хеҙмәтенә, Эске эштәр министрлығына, Рәсәй гвардияһына рәхмәт белдерәм. Улар үҙ эштәрен лайыҡлы башҡара. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең хеҙмәттәрҙең тырышлығы менән республикабыҙҙы хәүеф-хәтәрҙәр урап үтте. Шуға күрә махсус хәрби операция барған саҡта иғтибарлыраҡ һәм һағыраҡ булырға тейешбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Башинформ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас